Еңеүгә бер аҙым ҡалды

Тулыраҡ: Еңеүгә бер аҙым ҡалды

Континенталь хоккей лигаһында Гагарин кубогы өсөн плей-офф уйындары дауам итә. Кисә көнсығыш конференцияһы командалары, ярымфинал этабындағы 4-се уйында осрашты. Новосибирскиҙа "Себер" Магнитогорскиҙың "Металлург"ын ҡабул итте, уйын ҡунаҡтар файҙаһына 4-кә 3 иҫәбе менән тамамланды. "Өфө-Арена"ла иһә "Салауат Юлаев" клубы Омскиҙың "Авангард" хоккейсыларын 2-гә 1 менән ҡыйратты. Серияла иҫәп юлаевсылар файҙаһына 3-кә 1. Әгәр Игорь Захаркин дружинаһы иртәгә Омск боҙондағы уйында еңеүгә өлгәшһә көнсығыш конференцияның финалына юллама аласаҡ.