Республиканың төп законына үҙгәрештәр ҡаралды

Тулыраҡ: Республиканың төп законына үҙгәрештәр ҡаралды

Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни үҙенсәлеге һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү Конституцияла нығытыласаҡ. Республиканың төп законына үҙгәрештәр Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында ҡаралды. Көн тәртибенә сығарылған 50-нән ашыу закон проекты араһынан Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәрҙе билдәләп китергә кәрәк. Төп законға өҫтәмәләр Рәсәй Конституцияһының былтыр ҡабул ителгән яңы редакцияһы менән бәйле һәм норматив акттарҙы яраҡлаштырыу булып тора. Социаль нормаларҙы дәүләт гарантияһы булараҡ нығытыу был үҙгәрештәрҙең төп асылы – эш хаҡы, пенсия социаль түләүҙәрҙе йәшәү минимумына яраҡлаштырыу, балаларҙы рухи, әхлаҡи, физик үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу һәм башҡалар. Парламент электросамокаттарға бәйлеһенә закон проектын да ҡараны. Ике тәгәрмәсле техника өсөн айырым нормалар ҡабул итеү күҙаллана. Беренсе уҡыуҙа тәҡдим ителгән үҙгәрештәрҙән электросамокатта ҡала урамдарынан сәғәтенә 10 километрҙан да шәп йөрөмәҫкә, шлем кейеү мотлаҡ, шулай уҡ бер кешенән дә артыҡ баҫыу тыйыла. 14 йәше тулмағандар иһә ата-әсә ҡарауынан башҡа самокатта елдерә алмаясаҡ.