Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин. Был проект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тармаҡ күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итте. Бөтәһе 60-ҡа яҡын ойошма лизингтың бер өлөшөн кире ҡайтарыуға ғариза яҙған. Ә ярҙам алған Өфөләге ательеларҙың береһендә әле тулы ҡеүәтенә Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнәләр. Ниндәй ҙә булһа кейем-һалым тегеү һәм сигеү алдынан тәүҙә ҡағыҙға уның эскизы төшөрөлә. Был костюмдар “Урал батыр” эпосы геройҙары булып кейенеүсе сәсәндәргә әҙерләнә. Бер образды тыуҙырыу өсөн дүрт-биш көн ваҡыт талап ителә. Бындай костюмдарҙы эшләүе ауыр түгел, бары тик яуаплылыҡ ҡына өҫтәй, ти дизайнер Сәймә Хәсәнова. Тарих ваҡиғаларын сағылдырыусы был кейемдәргә Башҡорт дәүләт педагогия университетының Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Розалия Солтангәрәева заказ биргән. Һигеҙ кешене туплаған төркөм менән улар июль айында үтәсәк Бөтә донъя фольклориада фестивалендә ҡатнашасаҡ. “Урал батыр” эпосы геройҙарын уйнаусыларҙың кейеме күп биҙәүестәрҙән торорға тейеш түгел. Һәр бер орнамент иғтибар менән һайлап алына.Орнамент һүрәте тәүҙә компьютерҙа төшөрөлә, һуңынан һигеҙ-ун минут эсендә сигеү машинаһында әҙерләнә. Ун ике энәнән торған ҡорамал күпкә отошло, тип билдәләй тегенселәр. Ситтән ҡарап торғанда был эш бик ябай күренә, әммә иғтибарлы булмаған осраҡта хаталанырға ла мөмкин. Яңы сигеү машинаһында ошондай матур, сағыу орнаменттар килеп сыға. Эскиздар әҙер булып, туҡымалар тегелгәс, кәрәкле урындарға орнаменттар сигелә. Мәҫәлән, был ырыу тамғалары эпоста ҡатнашыр өсөн тегелгән кейем-һалымды биҙәйәсәк. Хәҙерге ваҡытта юғары сифатлы сәнәғәт тегеү машинаһында сигеү эште күпкә тиҙләтә. “Сәрби” оҫтаханаһында тиҙҙән дәүләт тарафынан йәнә ҡорамал алырға ниәтләйҙәр. Былтыр пандемия ваҡытында тап еңел сәнәғәт министрлығы ярҙамы менән оҫтахананы һаҡлап ҡалып булды, ти уның етәксеһе. Республикала еңел сәнәғәт предприятиеларына лизинг килешеүе буйынса алынған ҡорамал хаҡының 50% тиклем ташлама бирелә. Бындай ташлама менән етештереүҙе яңыртыуға йүнәлтелгән инвестиция проектын ғәмәлгә ашырған предприятиелар файҙалана ала. Ҡарар еңел сәнәғәт предприятиеларын яңы ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә һәм етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итә. Яңы ҡормалдар өсөн 2021-се йылда ҡаҙнанан 60 миллион һум аҡса бүленә. Былтыр бөтәһе 46 сәнәғәт предприятиеһы субсидияға дәғүә итһә, быйыл 62 ғариза ҡабул ителгән.
Еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин
Тулыраҡ: Еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин