Башҡортостандың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессия

Тулыраҡ: Башҡортостандың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессия

Өфөлә “Башҡортостандың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессия” ойошторолдо. Бындай сессия беренсе һәм һуңғы тапҡыр 1969-сы йылда уҙғарылған. Халыҡ-ара сарала республиканан тыш, Венгрия, Беларусия, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск, Ҡазан һәм Әстрхандан килгән белгестәр ҡатнашты. Бөтәһе 96 кеше фәнни сессияла актуаль проблемаларҙы ҡараны.