Сара Һамар губернаһының 170 йыллығы һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арнап ойошторолдо. Бында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Йыйын Ташбулат ауылында башланды. Бынан билдәле шәхестәр Ғөбәй Дәүләтшин, Ғәббәс Дәүләтшин, Хәмзә Дәүләтшин һәм Ғөбәй Дәүләтшиндың тормош иптәше, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина сыҡҡан. Ауылды данлаған йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә арналған стела асылды. Төп майҙанда Һамар өлкәһенең Оло Чернигов, Оло Глушица райондары һәм башҡа башҡорт ауылдарының тирмәләре ҡуйылды. Бында шәжәрәләр күргәҙмәһе ойошторолдо, Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының боронғо кәсептәре күрһәтелде. Байрам сараларынан тыш, йыйында Һамар башҡорттарының мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Унда мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе ҡаралды. Ҡор башҡорт телен һаҡлау буйынса резолюция ҡабул итеп, Һамар өлкәһе хөкүмәтенә тапшырҙы. Тантанала Һамар өлкәһе губернаторы хакимиәте, Һамар өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йорто вәкилдәре, Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙы республика артистары сығышы ҡыуандырҙы. Сарала башҡорт ауылы тормошо һәм көнкүреше милли-мәҙәни күргәҙмәһе эшләне. Концерт күрһәтелде, спорт уйындары, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, ат ярыштары уҙғарылды. Ҡунаҡтарҙың милли ризыҡтан ауыҙ итеү мөмкинлеге булды. Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттары бик ҡатмарлы юл үткән. Үҙ тарихында күп мәртәбә күсенергә мәжбүр булған, быуаттар аша үҙ еренә тоғро ҡалып, әлеге көндә лә ерле халыҡ булып, үҙ асылын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотмай йәшәп ята.
Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың оло йыйыны үтте
Тулыраҡ: Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың оло йыйыны үтте