Стәрлетамаҡта «Содействие» социаль үҙәге эшмәкәрлеген прокуратура тикшерәсәк

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта «Содействие» социаль үҙәге эшмәкәрлеген прокуратура тикшерәсәк

Был турала бөгөн Республика прокуроры Андрей Назаровтың белдереүенә һылтанып мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итте.12 кеше һәләк булған үҙәктә ярҙам күрһәтеүгә 11 килешеү табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусыларҙың барыһы ла ошондай дауаланған. Фажиғә ҡалалағы Туҡаев урамындағы бер ҡатлы йортта теркәлде. Янғын һүндереүселәр ваҡиға урынында ике ҡатын һәм 10 ир-егеттең мәйетен таба. Тәҙрәләр-рәшәткә, ә тимер ишектәр бикле булыу сәбәпле дауаланыусылар йорттан сыға алмай янып үлгән.