Республика Хөкүмәте ултырышы

Тулыраҡ: Республика Хөкүмәте ултырышы

Сәнәғәттә, ауыл хужалығында тауар етештереү күләмдәре, торлаҡ төҙөлөшө буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостанда алға китеш теркәлгән. Үткән йылдағы эш һөҙөмтәләрен барлап республика башлығы Рөстәм Хәмитов иҡтисад үҫешенең әкренәйеүе социаль өлкәлә етди сағылыш таба, тип билдәләне.Шуға ҡарамаҫтан республика үҙ иңенә алған бурыстарҙы үтәне. 2016-сы йыл башы еңелдән түгел. Эшһеҙлек кимәле арта, демографик хәл насар яҡҡа үҙгәрә. Был шарттарҙа эшмәкәрлекте әүҙемләштереү, төп йүнәлештәрҙе дөрөҫ билдәләү мөһим, тине Рөстәм Зәки улы. 2015-се йыл күрһәткестәренең ыңғай килеүенә республикала иҡтисад торошон өҫтәмә күҙаллау планы булышлыҡ итте. Киләһе йылға ла иҡтисади шарттарҙың нигеҙҙә алынған иҫәпләүҙәргә тап килмәүе билдәле. Әммә республика хөкүмәте барлыҡ социаль йөкләмәләрен дә тулыһынса үтәйәсәк.