Европала хеҙмәттәшлек һәм именлек ойошмаһының милли аҙсылыҡтар буйынса юғары комиссары Өфөлә

Тулыраҡ: Европала хеҙмәттәшлек һәм именлек ойошмаһының милли аҙсылыҡтар буйынса юғары комиссары Өфөлә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Европала хеҙмәттәшлек һәм именлек ойошмаһының милли аҙсылыҡтар буйынса юғары комиссары Кайрат Абдрахманов менән осрашты. Кайрат Кудайберген улы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр. Яҡтар этник-мәҙәни күп төрлөлөктө үҫтереү, тел сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу принциптары, мәктәптә белем биреү хаҡында фекер алышты. Был мәсъәләләр Европала хеҙмәттәшлек һәм хәүефһеҙлек ойошмаһы ағзалары – 57 дәүләттең даими иғтибарында. Күп милләтле Башҡортостанда милләт-ара дуҫлыҡ, телде үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүе күренеп тора, тип билдәләне юғары комиссар. Шулай уҡ ул республиканың социаль-иҡтисад үҫешенә, короновирусҡа ҡаршы көрәштә етди саралар күрелеүенә юғары баһа биҙе.