Республикала янғын хәүефе һаҡлана

Тулыраҡ: Республикала янғын хәүефе һаҡлана

Республикала урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы төбәк идаралығы. Томра эҫелә янғын сығыу осрағы бермә-бер арта. Әле Туймазы районы Ҡайынйылға һәм Аҙнағол ауылдары янында 5 гектарҙа ылыҫлы урман яна. Утты һүндереүгә 10 берәмек техника, янғын һүндереүселәр һәм ирекмәндәр йәлеп ителгән. Әле ауылдарға ҡурҡыныс янамай.