Башҡортостанға Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар килә

Тулыраҡ: Башҡортостанға Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар килә

Ике көндән республика 39 ил вәкилдәре ҡатнашлығындағы байрам сараларына сумасаҡ. Фольклориаданы уҙғарыу, уның программаһы, хәүефһеҙлек тураһында “Рәсәй” медиа-үҙәгендә матбуғат конференцияһы үтте. Төбәктә эпидемиологик хәл контроль аҫтында, тине унда ҡатнашыусылар. Рәсәй, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, фольклориадаға килеүсе коллективтарға етди талаптар ҡуя. Махсус төҙөлгән оператив штабта һәр вәкил тикешереү үтәсәк һәм вакцина эшләтеүҙәренә ҡарамаҫтан, Мәскәү аэропорттарында ла, Өфөгә килеп төшкәс тә ПЦР тест бирә. Фестивалде асыу тантанаһы ғына ябыҡ залда – “Өфө- Арена” комплексында үтһә, башҡа көндәрҙәге байрам саралары асыҡ һауала барасаҡ. Тамашасылар термометрия аша үткәрелә, битлекһеҙ килеүселәр индерелмәй. Халыҡ тамаша аҙағынаса битлек йөрөтөүен ирекмәндәр күҙәтәсәк. Фольклориада программаһы Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм фестивалдең рәсми сайттарында бар.