Ил президенты Владимир Путин халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе

Тулыраҡ: Ил президенты Владимир Путин халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе

Тура эфир ваҡытында Башҡортостандан да һорау яңғыраны. Ул төбәктәге ҡоролоҡ һәм ауыл хужалығындағы хәлгә бәйле ине. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән быйылғы осрашыуҙың үҙенсәлектәре бихисап. Яңы ҡағиҙәләрҙең үҙ сәбәбе – коронавирус. Тап шуға күрә лә дәүләт башлығы менән әңгәмә барышында халыҡ-ара сауҙа үҙәге бинаһында халыҡ булманы. Тик был Президент менән һөйләшеүгә бер ниндәй ҙә ҡамасаулыҡ яһамай. Ил етәкселегенә ышаныс шул тиклем ҙур, яҡынса ике миллион һорау ошоға аныҡ дәлил. Президентың төп вәғәҙәһе – бирелгән, ебәрелгән һәр мөрәжәғәт һәр тәҡдим иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Владимир Путинға бирелгән беренсе һорау әлбиттә, коронавирусҡа бәйле. Вакцинация ирекле булырға тейешме, әллә был мәжбүри, мотлаҡ ҡағиҙәме? Күп кенә эш биреүселәр үҙ хеҙмәткәрҙәренә был процедураны үтәүҙе талап итә. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, ул вакцинаны мотлаҡ яһатыу яғында түгел. Шулай ҙа, закон тураһында оноторға ярамай. Ҡануниәткә һылтанып, илдең 10 субьекты етәкселеге айырым ҡатлам граждандарға прививкаларҙы яһатырға ҡуша. Бының сәбәбе бар. Субьекттар локдаунда, йәғни, иҡтисади ҡамауҙа ҡалырға тейеш түгел. Дәүләт башлығы үҙенең ниндәй вакцина яһатыуы тураһында ла әйтте. Баш командающий “Спутник Ви” компонентын һайлаған. Әңгәмәлә граждандарҙан алынған беренсе видеоһорау Мәскәүҙән. Президент менән һөйләшеүҙә сәләмәтлек системаһына айырым иғтибар. Ковид менән ауырығандан һуң реабилитация юлдары, пациенттар менән эш, прививкалар яһау тәртибе. Тик бына яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙең нисек эшләйәсәген хатта дәүләт башлығы ла теүәл әйтә алмай. Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, башланғыс синыфтарҙа белем алыусылар өсөн дәрестәр ғәҙәти режимда булһа, өлкән синыфтар өсөн уҡыу тәртибе тураһында әлегә иртәрәк. Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин иһә уҡыу йылының ғәҙәти режимда башланасағына ышана. Президент менән әңгәмәлә халыҡ-ара сәйәси темалар ситтә ҡалманы. Украина Рәсәй өсөн дошман дәүләт түгел. Владимир Путин украиндарҙы түгел, ә Киевтың бөгөнгө етәкселеге дуҫ түгел тигән фекерҙә. халыҡты борсоған төп һорауҙарҙың береһе – аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы. Бөгөн Рәсәйҙә эквадорҙан килтерелгән банан, үҙебеҙҙә үҫтерелгән кишерҙән арзаныраҡ тора. Владимир Путин аңлатыуынса, бөгөн төп проблема етештереү кимәленең кәмеүе. Былтыр илдә картуф 19 миллион тонна булһа, быйыл икенсе икмәк 20 миллион тоннанан күберәк буласаҡ. Бынан тыш, инфляция тураһында оноторға ярамай. Башҡортостандан алынған һорау. Өфөнән Ирина Рачилина ауыл хужалығы тармағына бәйле актуаль мәсьәләне күтәрә. Владимир Путиндың аңлатмаһы түбәндәгесә. Ә бына Башҡортостанда иһә мелиорация системаһы иһә яңыртыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Баймаҡҡа эш сәфәре барышында ошо мәсьәлә ентекле өйрәнелгәйне. Урал аръяғы райондары өсөн ерҙе яһалма һуғарыу көнүҙәк. Төҙөлөш тармағы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттарына ярҙам, шәхси хужалыҡ һәм башҡалар. Халыҡта борсоған һорауҙар даирәһе киңлеге менән хайран ҡалдыра. Телефон аша мутлашыусылар менән көрәште камиллаштырыу яғында. Социаль яҡтан аҙ яҡланған ғаиләләр, күп балалы һәм сабыйҙарын яңғыҙ тәрбиәләнгән атайҙар һәм әсәйҙәргә ярҙам. Быларҙың барыһы ла айырым категорияға индерелде. Газификация мәсьәләһе Башҡортостанды ғына түгел, ә Рәсәйҙең бөтә субьекттарын да борсой. Свердловский өлкәһенән алынған һорау ил халҡы өсөн әһәмиәтле. Эске һәм тышҡы сәйәсәт, хеҙмәт хаҡы – быларҙың барыһына ла ентекле яуап бирелде. Президент менән әңгәмәлә ҡайһы мәлдә техник ҡытыршылыҡтар ҙа булды. Бының аңлатмаһы түбәндәгесә – дәүләт башлығы ҡатнашҡан эфирҙа доос һөжүмдәр теркәлгән. Хакерҙар эфирҙы өҙөргә тырыша. Ә бына Рәсәй сит илдәрҙән килгән социаль селтәрҙәргә блокировка ҡуймаясаҡ. Әстерхан, Өфө, Омск, Төмән өлкәһе, Мәскәү, Ҡырым һәм башҡа бихисап ҡалалр, ауыл-ҡасабалар. Президентҡа һорау биргән граждандар ошо һәм башҡа субьектаттарҙа йәшәй. Шаршамбы осрашыуында Владимир Путин етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары эшмәкәрлегенә туҡталып, парламент ағзалары алып барған сәйәсәткә юғары баһа бирҙе. Ә бына алда торған һайлауҙарға килгәндә, ил етәксеһе “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһен яҡлаясағы тураһында әйтте. Футбол, хоккей, спорттың башҡа йүнәлештәре. Президенттың быға үҙ ҡарашы. Дәүләт башлығы шәхсән һорауҙарға ла яуап бирҙе. Мәҫәлән, Владимир Путин ял иткән сағында йырларға ла ярата. Рус халыҡ һәм совет йырҙары күңелгә ятышлы, ти дәүләт етәксеһе. Әңгәмә илде борсоған төп мәсьәләләрҙе асыҡларға, уларға яуаптар табырға ярҙам итте.