Башҡортостан коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатыусылар һаны буйынса Рәсәйҙә алтынсы урынға сыҡҡан. Төбәктә әле бөтәһе 552 меңдән ашыу кеше прививканың тәүге компонентын алған, ә 374 меңе вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда уҙған аҙна эсендә covid-19 вирусына ҡаршы прививка эшләтеү темпы 10 тапҡырға күтәрелгән. Шуға алдағы көндәрҙә мобиль вакцинация пунктарын да арттырыу күҙаллана. Әле 180 урында вакцинациялау ойошторолған. Һөҙөмтәләр яҡшы, әммә вакцинацияның темпын кәметергә ярамай. Өҫтәүенә, республикала ғаиләләр эсендә covid-19 вирусы менән зарарланыусылар һаны артҡан. Был турала Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте. Санитар-эпидимология нормаларҙы үтәгәндә һәм вакцинацияны үтеп, халыҡта дөйөм иммунитет барлыҡҡа килтергән осраҡта ғына коноравирус инфекцияһының ныҡлап таралыуын иҫкәртергә мөмкин.
Мобиль вакцинация пунктарын арттырыу күҙаллана
Тулыраҡ: Мобиль вакцинация пунктарын арттырыу күҙаллана