Ҙур 12 йөк автомобилендә Өфөгә сәхнә алып килеп ҡорҙолар

Тулыраҡ: Ҙур 12 йөк автомобилендә Өфөгә сәхнә алып килеп ҡорҙолар

6-сы Бөтә Донъя фольклориадаһы өсөн төп майҙан әҙер тиерлек. “Ватан” этнопаркында ил, халыҡ-ара кимәлдәге саралар йыш үтә. Улар өсөн махсус сәхнә ҡоралар. Әммә бындай сәхнә тәүгә ҡуйыла. Тауыш, яҡтыртыу ҡоролмалары, сәхнә конструкцияһы – барыһы бергә 250 тонна тәшкил итә. Сәхнә өс яҡтан да ҡараңғыландырыла — хатта көндөҙгө яҡтыла ла лазер нурҙары уны биҙәйәсәк. Был баҫҡыстар сәхнәнең тағы ла бер үҙенсәлеге. Уның буйлап әртистәр тамашасылар янына төшә һәм улар менән аралаша ала. Фольклориада барышында ҡул эштәре күргәҙмәләре лә эшләйәсәк. Ойоштороусылар улар өсөн дә майҙандар әҙерләй. Төбәктең ижади коллективтары ла был аҙнаны фольклориадаға әҙерләнеп үткәрҙе. Тиҙҙән “Ватан” паркы йыр-бейеүгә, моңға күмеләсәк. Бөгөн иртәнсәк 6-сы Бөтә Донъя фольклориада ҡунаҡтары Өфөгә килә лә башланы. Республика 39 ил вәкилдәрен ҡабул итергә әҙер. Улар 4 июлдә “Ватан” этнопаркында ҡоролған сәхнәлә Башҡортостан тамашасылары менән танышыу минуттарын көтә.