Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн бында Үҙәк хәрби округ техникаһы ла йәлеп ителде.Ҡамауҙа ҡалған автомобилдәрҙе эвакуациялау һәм юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу маҡсатында машиналарға 580 саҡырым юл үтергә тура килде. Бында йорттар ҙа ҡар аҫтында ултыра. Ейәнсура, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында ла ауыр хәл һаҡлана. Юлдар күҙәтеүгә алынған. Райондарҙа халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн пункттар ойошторолған.
Хәйбулла районында хәл ауыр булып ҡала
Тулыраҡ: Хәйбулла районында хәл ауыр булып ҡала