Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Парижда теракт әҙерләүҙә шикләнеп 4 кеше ҡулға алынған. Өс ир һәм бер ҡатынды полиция бер ай элек үк күҙәтә башлаған. Уларҙың ислам дәүләте террор ойошмаһы менән бәйләнеше бар тип хәбәр иткән илдең эске эштәр министры.

Кубала Зика вирусын йоҡтороуҙың тәүге осрағы теркәлгән. Быға тиклем ауырыу сит илдән ҡайтыусы 4 кешелә асыҡланғайны. Шулай итеп, үлемесле сир Кубаға ла үтеп инде.

Германияла йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре Фольксваген автомобилдәренән баш тарта. Концерн үҙ машиналарына Американың экология нормаларын урап үтеүсе программа тәьминәте ҡуйғас бик уңайһыҙ хәлдә ҡалғайны.

Пекинда бер кеше машинала автосалонға килеп кергән. Автомобиль сифаты менән ҡәнәғәт булмаусы автоүҙәкте судҡа биргән. Әммә салон хеҙмәткәрҙәре ҡатынына янай башлағас ғаризаһын кире алған. Һуңғы сиктә ул бына ошондай юл менән үсен алырға булған.