Татлы ризыҡ тураһында фекер алышыу өсөн Мәскәүҙән Өфөгә белгестәр килде. Рәсәйҙең сифат системаһы вәкилдәре билдәләүенсә, башҡорт балы иң яҡшыһы тип танылған, бынан тыш, Башҡортостанда бай тәжрибә тупланған. Әммә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Иглин районынан килгән Зөлфирә Шәрипова үҙ балын маҡтап бөтә алмай. Иглин балының даны, әлбиттә, төрлө яҡҡа таралған. Татлы ризыҡ һатып алғанда нисек алданмаҫҡа тигән һорауға, умартасы бына нисек яуап бирҙе. Бал һатып алғанда ябай ғына үҙенсәлектәргә иғтибар итергә кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, уны һәр кеше билдәләй ала.Әммә, балдың ысын сифатын белгестәр ярҙамында ғына тикшереп була. Татлы ризыҡ сифатын тик махсус лабораторияла ғына асыҡларға мөмкин.Был лабораторияла балдың дымлылығы, шулай уҡ, фруктоза, глюкоза һәм сахароза кимәле билдәләнә. Белгестәр татлы ризыҡтың ниндәй сәскәләрҙән йыйылғанын да тикшерә.Мәскәү белгестәре Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙарын билдәләү маҡсатында төбәктәргә сыҡҡан. Республика башҡорт балы менән дан тота. Шуға күрә, улар иң тәүҙә беҙгә килергә ҡарар иткән. Әммә, был йүнәлештә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, балдың ҡайһы бер файҙалы үҙенсәлектәре тулыһынса иҫәпкә алынмай. Шуға ла сифатһыҙ балдың Рәсәй баҙарына сығыу ҡурҡынысы бар.Башҡортостан һәм Мәскәү белгестәренең тикшереүҙәре бал менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡ. Улар бергәләп башҡа төр аҙыҡ-түлектең дә сифатын билдәләргә йыйына.
Рәсәйҙә балдың сифаты буйынса дөйөм стандарт барлыҡҡа киләсәк
Тулыраҡ: Рәсәйҙә балдың сифаты буйынса дөйөм стандарт барлыҡҡа киләсәк