Ҡотҡарыусылар яҙҡы ташҡынға әҙерләнә

Тулыраҡ: Ҡотҡарыусылар яҙҡы ташҡынға әҙерләнә

Быйыл марттың ҡарлы булыуы арҡаһында, республиканың дала өлөшө һәм таулы райондарында хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы ихтимал. Башҡортостан менән сиктәш булған өлкәләрҙә лә халыҡ именлеге беренсе сиратта. Мәҫәлән, Силәбенән ағып килгән Эҫем йылғаһы Иглин районы аша үтә. Тимәк, күрше төбәктә алып барылған әҙерлек эштәре Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле. Беҙҙең хәбәрселәребеҙ Әшә ҡалаһы биләмәләрендә яҙғы ташҡынға әҙерлек менән танышты.

Әшә халҡы өсөн яҙ-умырзаялар, ҡыйыҡтарҙан тамған тамсылар ғына түгел. Ҡала биләмәләрендә йыл һайын шартлатыу эштәре алып барыла. Саперҙар ташҡын мәлендә боҙ тығындары булмаһын өсөн, Эҫемдә йөҙҙәрсә килограмм тротилл ҡуллана. Силәбе өлкәһе аша Башҡортостанға ағып килгән Эҫем тиҙ ағышлы тау йылғаһы. Йылғала быйыл боҙ ҡоршауы ла ныҡ. Уның ҡалынлығы ярты метр самаһы. Тап шул арҡала саперҙар Әшәнең уртаһында ла эшләй. Халыҡ именлеген тәьмин итеү өсөн, ҡалала йәшәүселәр алдан иҫкәртелгән. Тик боҙҙо шартлатыу Әшәлә йәшәүселәр өсөн ҙур тамаша. Уны күҙәтеү өсөн йылға буйына тотош ғаиләләр менән киләләр.

Силәбелә боҙҙо шартлатыу Башҡортостанда урынлашҡан хәрби часткә ышанып тапшырылған. Әшәлә был юлы ла Әлкәләге сапер бригадаһы эш алып бара. Хәрбиҙәр бер тәүлектә ярты тонна самаһы тротиллды ҡулланырға тейеш. Хәрби операция кимәленә тигеҙләнгән был сараларҙы ябай һалдаттар түгел, ә Рәсәй Ҡораллы көстәрендә контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр үтәй.

Әшәлә йыл һайын йөҙҙәрсә йорт һыу аҫтында ҡала. Тап ошо сәбәпле ҡала уртаһынан аҡҡан Эҫемдә тиҫтәләгән йылдар дауамында боҙҙар шартлатыла.

Боҙ шартлатыу эштәре был көндәрҙә Һамар менән Ырымбур өлкәләрендә лә алып барыла. Волга буйы Федераль округы төбәктәрендә ун дүрт меңдән ашыу йылға –шишмәләр барлығы иҫәпкә алғанда, яҙғы ташҡындың тиҫтәләгән субьект өсөн хәүефе ҙур.