Рәсәй иҡтисади үҫеш министрылығының департамент директоры Максим Паршин бәләкәй һәм урта бизнесты шулай тип тасуирланы. Бөгөн Өфөлә асылған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә эшҡыуарлыҡ берәмектәренә дәүләт хеҙмәтен күп йүнәлешле үҙәктәр аша күрһәтеү мөмкинлеге тураһында һүҙ барҙы.
Күп йүнәлешле үҙәктәр аша дәүләт хеҙмәттәрен әле физик шәхестәрҙең 98 проценты файзалана. Юридик шәхестәр өсөн дә күп йүнәлешле белешмәләр үҙәген булдырыу көнүҙәк мәсьәлә. Эшҡыуарлыҡтың яңы кимәлгә күтәрелеүе, дәүләт яғынан махсус ярҙам программаларын бойомға ашырыу йәһәтенән бизнес менән дәүләт араһындағы бәйләнеште тап ошондай үҙәктәр тәьмин итә.