Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка террор төркөмөн Яҡын көнсығышта христиан һәм башҡа дини аҙсылыҡтарҙы йәберләүҙә ғәйепләне. Геноцид тураһындағы был белдереүҙе дәүләт секретары Джош Керри яһаны. Беҙ ИГИЛ-ды тар-мар итеүҙе генә түгел, экстремизмды тамырынан йолҡоп ташлауҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ тигән ул.
Сүриә курдтары илдең төнъяғында федератив район ойоштороу тураһында белдерҙе. «Демократик берлек» фирҡәһе тәҡдиме менән ойошторолған йыйында 200 делегат ҡатнашты. Рәсми Анкара быға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Сөнки Төркиәлә курд төркөмсәләре террорсылар тип иғлан ителгән.
Төркиәнең Чешме ҡалаһы ҡасаҡтар менән тулған. Эгей диңгеҙендәге был ҡала Герцияның Хиос утрауына ҡаршы ғына урынлашҡан. Шуға ла мигранттар Греция аша көнбайыш европаға сығыу өсөн ошонда туҡтала. Әле Чешмелағы барлыҡ отелдәр ҡасаҡтар менән тулған.
Киевта Советтар Союзы яҡлыларҙың митингында ҡатнашыусыларға һөжүм иткәндәр. Ҡулдарына төрлө плакаттар тотҡан оло йәштәгеләргә яҡынса мәғлүмәттәр буйынса Азов активистары буяҙар һипкән.