Рәсәй-Башҡортостан телеканалы замана талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм беренсе мультиплекста урын алды. Тимәк беҙҙең тамашасылар йөкмәткеле мәғлүмәттәр генә алып ҡалмай, ә сағыу һүрәтте лә ҡарау мөмкинлегенә эйә. Мультиплексҡа күсеү менән милли тапшырыуҙар ҙа артасаҡ.
Рәсәй – Башҡортостан каналында Ауаз тапшырыуын алып барыусылар һәр иртә республика халҡын башҡорт телендә сәләмләй. Тура эфирҙа барған тапшырыу цифрлы форматта сыға. Тимәк беҙҙең тамашасылар йөкмәткеле мәғлүмәттәр генә алып ҡалмай, ә сағыу һүрәтте лә ҡарау мөмкинлегенә эйә. Мультимплексҡа күсеү менән был мөмкинлектәр тағы ла арта. Уның өҫтөнлөктәре нимәлә һәм ябай телевизор ҡараусы был яңылыҡтан нимә отасаҡ. Бөгөн Ауаз тапшырыуында тап ошо йүнәлеш буйынса едти һөйләшеү үтте.
Шулай уҡ, бөгөн республика Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының эшмәкәрлеге менән танышты. Төплө фекер алышыу һөҙөмтәһендә Рәсәй телеканалында милли контент ҡәҙерләп һаҡлана һәм иң төп рухи байлығыбыҙ – туған телде һаҡлап ҡалыу, үҫтереүгә күп көс һалына тигән фекергә килде халыҡ вәкилдәре.
Мультиплексҡа федераль каналдар һәм уларҙың төбәктәрҙәге филиалдары инә, ә ҡалғандар аналог ысулында ҡаласаҡ.
Тимәк, мультиплексҡа күсеү менән милли тапшырыуҙар кәмей тигән хәбәрҙәр дөрөҫкә сыҡмай. Беҙҙең телеканалда башҡорт телендә эфирға сыҡҡан тапшырыуҙарҙың күрһәткестәре сағыштырмаса күпкә юғары, ә сифат яҡшырыу менән аудитория ла артасағында шик юҡ.
Цифра мегаполиста йәшәүселәр өсөн генә түгел, ә төпкөл ауылдарҙағы халыҡ өсөн дә уңайлы. Цифралы телевидениеға күсеү ҡала менән ауыл араһындағы тигеҙһеҙлекте бөтөрәсәк. Күпселек ауылдарҙа, хатта район үҙәктәрендә йәшәүселәрҙең юғары сифатта телевизор ҡарау хыялы тормошҡа ашасаҡ. Рәсәй-Башҡортостан телеканалы замана талаптарына тулыһынса яуап бирә һәм беренсе мультиплекста урын алған.