Фольклориаданы яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” ДТРК-һы тәүге урында

Тулыраҡ: Фольклориаданы яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” ДТРК-һы тәүге урында

Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының ил буйынса барлыҡ филиалдары ла Өфөлә үткән Фольклориаданы яҡтыртыуға әүҙем ҡушылды. Беҙҙең телерадиокомпания уның сиктәрендә үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙы ла телевизор ҡараусыларға күрһәтеп барасаҡ. Һәр кем телевизорҙан булһынмы, интернеттанмы, кеҫә телефоны ашамы-сығыштарҙы иң юғары сифатта ҡарай ала. Ғөмүмән, Башҡортостанда үткән фольклориада донъяның киң мәғлүмәт сараларында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әле донъяның 30 медиахолдингы Өфө менән бәйләнештә тора. Сюжеттар испан, итальян, немец, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә даими эфирға сыға.