Республика “Апимондия-2022” конгресын үткәреүгә әҙерләнә

Тулыраҡ: Республика “Апимондия-2022” конгресын үткәреүгә әҙерләнә

Сит илдән киләсәк умартасылар Иглин районы Иваново-Казанка ауылында түмәр умарталар урынлашҡан майҙанда ла буласаҡ. Бер түмәр умартаһынан нисә килограмм солоҡ балы сыға? Конгресста ҡатнашыусыларҙы нимә көтә? Солоҡтоң ҡапҡасы япраҡтар менән ябыла. Ул ҡояш нурҙарынан, ел-дауылдан, ямғырҙан һаҡлай. Ҡапҡасты асҡан ваҡытта бик һаҡ булыу мотлаҡ, ти Фәнис Хәлилов. Фәнис Хәлилов солоҡ умартаһы менән ете йыл шөғөлләнә. Солоҡ ағастарының һәр береһе, умартасылар ҡағиҙәһе буйынса, махсус тамға менән һуғылған. Күл янында үҫеп ултырған был солоҡ ағасы күпселек осраҡта, туристар өсөн тәғәйенләнгән. Теләгән һәр кем уны яҡындан күрә ала. Эшҡыуарҙың бөтәһе 54 солоҡ ағасы һәм етмешкә яҡын түмәр умарталығы иҫәпләнә. Хәҙерге ваҡытта түмәр солоҡ умартаһы Башҡортостандың Бөрйән, Иглин райондарында һәм башҡа төбәктәрендә тергеҙелә. Солоҡта йәшәүсе бал ҡорттарын антибиотик менән дауаламайҙар. Бер түмәр умартаһынан 7-8 килограмм солоҡ балы сыға. Бындай балда 120 микроэлемент бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, быны ашап ҡараған бар ине, хәҙер ошо форсаттан файҙаланып быныһын да тәмләп ҡарайбыҙ. Уның тәме икенсерәк тип әйтергә мөмкин. Әйткәндәй, уны теләгән һәр кем сәйнәп йөрөй ала, ул организм өсөн бик тә файҙалы.Ҡынанан таҙартылып бөткәс, кәрәҙ рамы бал ҡыуғысҡа урынлаштырыла. Уны биш-ете минут әйләндерергә кәрәк. Рамдың бер яғынан бал тамып бөткәс, балҡыуғысҡа уның икенсе яғын ҡуйып йәнә өрөлтәләр. Бал ҡыуғыста ла дөрөҫ эшләй белеү зарур, ти хужа. Уны тиҙ өрөлткән ваҡытта рамды һындырыу ихтималы бар. Бер нисә минут эсендә ҡояш нурҙарына ялтырап торған татлы түмәр умартаһы балы килеп сыға.Ғәҙәттә, түмәр солоҡтарын умартасы йылына ике тапҡыр аса. Март айында уны таҙарта, ә сентябрь урталарында бал ала. Әле Фәнис Хәлилов “Апимондия-2022” конгресына әҙерләнә. Тап ошо яланда сит ил умартасылары сәйәхәт ҡыласаҡ.Яланда шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн башҡорт аш-һыуҙары, балыҡ тотоу урындары әҙерләнәсәк. Ғөмүмән, солоҡ ағастары, түмәр умарталары менән ҡыҙыҡһыныусылар бихисап, ти Фәнис Хәлилов. Шуға ла киләсәктә уларҙың иҫәбен өс йөҙгә еткерергә күҙаллай хужа.