30 градуслыҡ томра эҫенән һуң күптәр, ысын мәғәнәһендә, тын алып ҡалды тигәндәй. Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, төндәрен 9-14 градус ҡына йылы буласаҡ. Көндөҙ 19-26 градус. Айырым райондарҙа ямғыр яуыуы ихтимал. Июль уртаһынан тағы ла эҫетә башлай-30 градусҡа тиклем. Быйылғы ҡоро көндәр ауыл хужалығына етди зыян килтерҙе, йылғаларҙа һыу кимәле һиҙелерлек кәмене. Әле республикабыҙҙың төп һыу артерияһы 35 сантиметрға һайайған.
Башҡортостанда бер аҙ һыуытты
Тулыраҡ: Башҡортостанда бер аҙ һыуытты