Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны янып, Өфө халҡы насар еҫкә зарланғайны. Бер тәүлек эсендә генә баш ҡаланың Дим биҫтәһенән тыш, бөтә райондарынан да тиерлек шылтыратып, кешеләр борсолоу белдерҙе. Махсус хеҙмәттәр 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткәйне. Быға тиклем дә Өфөлә күсмә лабораториялар һауала бер-нисә тапҡыр көкөртлө водородтың артыуын теркәне. Фольклориадаға килгән делегацияларҙа коронавирус асыҡланды. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Гжель бейеү театры вәкилдәренең температураһы күтәрелеүе һәм ПЦР-тесттың ыңғай булыуы тураһында белдерҙе. Уларҙың барыһы байрамдан ситләтелгән һәм айырым бинаға ябылған. Үзбәкстан коллективы ла обсерваторҙа ҡала. Әйткәндәй, Башҡортостанда балалар фольклориадаһы уҙғарырға йыйыналар. Ошо турала Республика башлығы Радий Хәбиров менән Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм халыҡ сәнғәте буйынса ойошма президенты Филипп Боссан менән менән осрашыуҙа һөйләшеп килешелде. Был аҙнала уның датаһы билдәләнәсәк. Республикала вакцинация темптары юғары кимәлдә ҡала. Башҡортостан башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 86 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Ә хөкүмәт вәкилдәренең 65 проценты мәкерле сиргә ҡаршы прививкаланған.Ворлд Скиллс йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты август аҙағына күсерелде. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Чемпионатты “Мега” сауҙа һәм күңел асыу үҙәге янында үткәреү ҡарала. Бер нимәгә ҡарамай әҙерлек бара, унда 2 меңгә яҡын колледж студенты үҙ һөнәре үҙенсәлектәрен күрһәтергә йыйына. Әйткәндәй, Бөрөлә ғаилә байрамы быйыл уҙғарылмай. Ошо турала оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Сара 8-се июлдә Октябрь майҙанында ойошторолорға тейеш ине. Бында йәрминкә, гастро-фестиваль һәм байрам уҙғарыу ҡарала ине. Әммә, эпидемиология хәлде иҫәпкә алып, фестивалде икенсе йылға күсерергә ҡарар ителгән.
Ҡәтғи талап
Тулыраҡ: Ҡәтғи талап