Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка эшләтеүселәр һанының артыуы ошоно дәлилләй. Хәбәрсе. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлармын тигән – тап ошо фекерҙә минең хеҙмәттәштәрем. Әлегә “Башҡортостан” ДТРК-һы коллективынан коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның 1-се компонеты 35-кә, ә икеһе лә 62 кешегә эшләнгән. Өфөнөң 44-се поликлиникаһы табиптары телеүҙәккә өсөнсө тапҡыр килә. Журналистар ғына түгел, халыҡ менән эшләгән барлыҡ учреждение хеҙмәткәрҙәре лә прививка эшләтергә тырыша. Был исемлеккә туҡланыу ойошмалары һәм ҡунаҡханалар ҙа инә.Фестиваль барған осорҙа ҡунаҡханаларҙа туҡтаусылар артҡан, сит ҡалаларҙан, илдәрҙән Өфөгә туристар килә. Битлек режимы булыуға ҡарамаҫтан, ҡунаҡхана еткәселәре хеҙмәткәрҙәрен ҡурсалау яҡлы. Вакцинаның беренсе компоненты бөтә коллективҡа эшләнде. Үҙҙәрен һәм яҡындарын сирҙән һаҡлауҙы бурыс итеп ҡабул итә улар. Табиптар коронавирустың өсөнсө тулҡыны килеүен фаразлай. Шуға күрә лә һаҡланырға өндәй һәм прививка эшләтергә кәңәш бирә.Белгестәрҙән тағы ла бер кәңәш - урамдарҙа, халыҡ күп йыйылған урындарҙа, йәмәғәт транспорттарында битлектәр кейергә һәм башҡа һаҡланыу сараларын күрергә, тағы ла емеш-еләк ашап, тәбиғәттә булып, һыу инеп һәм спорт менән шөғөлләнеп иммунитетты нығытырға.
12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк
Тулыраҡ: 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк