Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй. Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова. Башҡорт дәүләт медицина университетының 3-сө курс студенты иртәнән алып төшкә тиклем, ҡайһы көндәрҙә кискә тиклем ҡала мөхитен таҙартыуҙа ярҙам итә. Башҡорт дәүләт медицина университетынан тағы ла 7 ирекмән һәм тағы ла башҡа юғары уҡыу йорттары, колледждар, үҫмерҙәр, йәштәр йәмәғәте ойошмаларынан һәм теләк белдергән һәр кем -барыһы 200-ҙән ашыу әүҙем кеше 6-сы Бөтә Донъя фольклориада сиктәрендә үткән “Өфө ҡалаһының экология отрядтары” ҡала проектында ҡатнаша. Экоотрядтарҙың төп бурысы — фольклориада саралары үткән майҙандарҙы тәртиптә тотоу. Ә бына тағы ла 700-ҙән ашыу ирекмән нәҡ сит илдән килгән ҡунаҡтар менән тығыҙ аралаша, сара дауамында уларҙы оҙатып бара. Сөмбөл Зиләйева Колумбия делегацияһы менән эшләй. Сәхнәгә ваҡытында сығыу, реквизиттарын онотмау – ирекмән бөтә нәмәне лә күҙ уңында тотораға тырыша. Ирекмәндәр өсөн иң төп талаптарҙың береһе– сит телдәрҙе яҡшы белеү. Уларҙың һәр береһе етди һайлау үткән. Фестиваль майҙандарында, ҡунаҡханаларҙа, аэропортта, күргәҙмәләрҙә – башҡалала ғына 500-ҙән ашыу ирекмән эшләй. Шулай уҡ фестиваль округтары – 22 ҡала һәм райондарҙа ла ирекмән отрядтары әүҙем эш башҡара. Йәштәр, шулай уҡ уларҙың араһында өлкәндәр ҙә бар. Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашып һәр береһе ҙур тәжрибә туплай, яңы таныштар таба һәм әүҙем йәшәү рәүешен алып бара
Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар
Тулыраҡ: Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар