Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Аҡбуҙатка һәйкәл асылды

Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы Аҡбуҙатка һәйкәл асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан алып ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Һәйкәл йылҡысыккан күле янындағы майҙанда урынлашҡан. Тарихи ваҡиға һәм Бөрйән районында үткән фольклориада тураһында сюжетты киләһе сығарылыштарза ҡарағыҙ.