Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Тулыраҡ: Донъяның мәҙәни баш ҡалаһы

Өфө хәҙер аҙна дауамында донъяның мәҙәни баш ҡалаһы ролен үтәй. Был турала Өфө мэры Сергей Греков ҡала советының оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. “Ватан” этнопаркындағы түңәрәк тә хәҙер донъяның рекордтар китабына индерелгән. Унда 31 илдән мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан. Фестиваль барышын донъяның төрлө дәүләттәрендә тура эфирҙа күҙәтәләр. Ҡунаҡтар Башҡортостандың баш ҡалаһын иң тыныс һәм хәүефһеҙ мегаполистар исемлегенә индергән. Баш ҡаланың көндәлек тормошо ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Өфө райондары уҙған ярты йылдағы эшмәкәрлеккә һөҙөмтә яһаясаҡ. Уҙған алты ай йомғаҡтарын барлау социаль сәйәсәттәге йүнәлештәрҙе аныҡларға, хаталар өҫтөндә эшләргә ярҙам итәсәк. Калинин районында, мәҫәлән, 7 мең ярым урынға яҡтыртҡыстар ҡуйырға кәрәк. Ә баш ҡаланың үҙәк өлөшө – Цюрупа урамында ишелгән юлды ремонтлау был кесаҙна тамамланырға тейеш. Соҡорҙо тултырыу өсөн 45 тонна ҡом-таш кәрәк булған. Сергей Греков дөйөм дәүләт ихтихандары һөҙөмтәләренә лә туҡталды. Өфөлә буйынса 36 уҡыусы 100 балл йыйған.