Бөрйән районында "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостары персонажы асылды. Тантана фольклориада сиктәрендә үтте. Сара барышын урындағы халыҡтан тыш, сит ил ҡунаҡтары ла күреү бәхетенә иреште. Башҡорт эпостарын төптән өйрәнеүсе скульптор Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажы менән 1970-се йылдарҙан алып ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Һәйкәл йылҡысыккан күле янындағы майҙанда урынлашҡан. Йылҡысыҡҡан күле Бөрйән генә түгел, бөтә республика халҡы өсөн серле урындарҙан һанала. Тәбиғәттең сағыу ерен төрлө тарихсылар өйрәнгән, әллә күпме мәғлүмәттәр яҙып ҡалдырған. Төпһөҙ күлде ер аҫтынан аҡҡан Шүлгән йылғаһына һәм бынан биш саҡрымдағы Шүлгән мәмерйәһенең зәңгәр күленә тоташҡан, тиҙәр.Башҡорт халыҡ риүәйәттәрендәге төп персонаждарҙың береһе Аҡбуҙатты тура мәғәнәһендә мәңгелеккә ошо күлгә ҡайтты, тип әйтергә мөмкин. Тап Йылҡысыҡҡан күле майҙанында хәҙер Аҡбуҙат һәйкәле урын алды. Аҡбуҙат — башҡорт халыҡ дастандары нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәйкәлдәрҙең береһе. Һәйкәлде булдырыу өсөн 2015-се йылда ғилми-етештереү үҙәге конкурс иғлан итә. Һөҙөмтәлә билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы һайлап алына. Өлфәт Ҡобағошов Аҡбуҙат персонажына һәйкәл ҡуйыу ниәте менән 1977-се йылдан алып янып йәшәгән. Әйткәндәй, башҡа ҡәрҙәштәрҙең боронғо милли әҫәрҙәре һәйкәлдәре күптән бар. Ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, тыва, яҡут туғандар ошо исемлектә. Эпос персонажы Аҡбуҙат хәҙер республиканың иң йәмле рындарының береһендә балҡып тора. Ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы Аҡбуҙаттың бейеклеге яҡынса биш метр. Мәғлүмәттәр буйынса, уның ауырлығы өс тоннанан ашыу. Тантана Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә үтте. Әлеге ваҡытта башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған берҙән-бер һәйкәл асыу ваҡиғаһына сит ил вәкилдәре лә шаһит булды. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Урындағы сәхнә артистары сит ил коллективтарын бай мәҙәни мираҫ менән таныштырҙы, “Урал батыр” эпосын сәхнәлләштереп, өҙөктәр ятлап күрһәтте.Башҡорт халҡының боронғо эпостары сит ил ҡунаҡтарына ла яҡшы таныш. Өҫтәүенә, хәҙер республика ғына түгел, ә ҡырҙан килгән туристар ҙа иҫтәлекле урындарҙың береһе-башҡорт эпосына ҡуйылған тәүге һәйкәлде барып күрә ала. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар бындай монументаль һәйкәлде беренсе тапҡыр күреүҙәре менән бүлеште. Беҙҙең өсөн ул ҙур асыш булды, тип уртаҡлашты улар.Һәйкәл асыу тантанаһынан һуң сит ил ҡунаҡтары башҡорт аш-һыуҙарын ауыҙ итергә тирмәгә юлланды. Самауырҙан сәй, ҡорот, аш, тултырма-барыһы ла ҡунаҡтар өсөн.Билдәле булыуынса, Бөтә донъя фольклориадаһына килгән коллективтар республика район-ҡалалары буйлап сәйәхәт итә һәм концерт номерҙары менән сығыш яһай. Франция, Венгрия, Швейцария, Канада, Бенин ҡунаҡтары, мәҫәлән, Бөрйән районында сығыш яһаны.Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың һәр береһе Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыл булыуын, хозур тәбиғәтте, башҡорт аш-һыуҙарын маҡтаны.Әлбиттә, ҡунаҡтар ҙа бүләкһеҙ ҡалдырманы. Мәҫәлән, Венгриянан килгән ансамбль “Әпипә”йырын башҡарҙы. Концерттан һуң, сит ил ҡунаҡтары Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡылды.
Аҡбуҙатка һәйкәл
Тулыраҡ: Аҡбуҙатка һәйкәл