Француздар башҡортса йырлай беләме?

Тулыраҡ: Француздар башҡортса йырлай беләме?

6-сы Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республика буйлап сәйәхәтен дауам итә. Төньяҡ фестиваль округы маршрутында уларҙы беҙҙең ижади төркөм дә оҙатты.
Борай ерендә дуҫлыҡ йырҙары яңғырай. Беҙгә француз телендәге иң билдәле йыр оҡшаһа, “Лез Энфан Д,Арозио” фольклор коллективы артистары иһә башҡорт йырҙарын өйрәнеп алырға тырыша. Ә македондарҙың бейеүен тәүгә күрәм. Уларҙа яңғыҙ бейемәйҙәр икән, миңә хеҙмәттәшем Аделина Хәйбрахманова ярҙам итте. Төньяҡ Македония коллективы – “Илинден” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы үҙ халҡының да, башҡорт ҡыҙҙары хәрәкәттәрен дә оҫта башҡара.Ҡунаҡтар һәр һүҙҙе, һәр хәрәкәтте отоп алырға ғына тора. Үҙҙәренең йыр-бейеүҙәренә лә ихлас өйрәтә. Һөйләшкәндә оҡшаш өндәр, һүҙҙәр килеп сыға. Ҡул эштәрендә лә уртаҡ һыҙаттар бар. Был беҙ бала саҡтан күреп үҫкән башҡорт биҙәге. Мин һеҙгә хәҙер тағы ла бер орнаментты күрһәтәм. Перунан алып килгәндәр уны... Борайҙар ҡунаҡтарҙың ҡул эш өлгөләрен тәфсирләп өйрәнһә, сит илдән килеүселәрҙең иғтибары урындағы оҫталарҙың күргәҙмәһендә. Сығыш яһаған һәр ҡалала улар төрлө күргәҙмәләрҙе күрә һәм матур тәъҫораттар йыя.Борайға ете ил коллективы килде – Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Румыния һәм Эквадор. Һуңғыларының мәҙәниәте бөтөнләй башҡа. Был Иблес бейеүе. Битлекте хәтерләткән баш кейемдәренең бер яғы — ыңғай, икенсеһе кире көстәрҙе сағылдыра. Милләттәре – эквадор, ә туған телдәре – испан теле. Белорустар араһында яҡташыбыҙҙы таптыҡ.Борай – төбәктең иң күп милләт вәкилдәре йәшәгән райондары рәтенән. Унда 30-лап милләт төйәк итә. Бөтә ижади коллективтарҙы йыйған хәлдә үҙенә күрә бер фольклориада ойошторорға була. Иллә мәгәр Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршы алыуға борайҙар ныҡлап әҙерләнгән.Фестиваль юлдары Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Румыния һәм Эквадорҙан килгән фольклориада ҡунаҡтарын артабан Асҡын районына илтә. Ә 9 июлдә улар Өфөлә сығыш яһаясаҡ.