Фольклориадала ҡатнашыусаларҙың барыһы ла бөтә эпидимиологик хәлде үтәргә тейеш. Фестиваль ойошторолған урындарға улар мотлаҡ тикшереү аша – үткәрелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә һаҡта. Ашығыс ярҙам машиналары кискә тиклем байрам тамамланғансы дежур итә. Медиаштаб ирекмәндәре иһә бөтә донъяға байрам сараһынан мәғлүмәттәр йүнәлтә. 37 ил һәм 200 милләт вәкиле — йәмғеһе 2000-дән ашыу ҡатнашыусы 6-сы Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнаша. Башҡортостанға килгән ҡунаҡтарҙың барыһы ла ПЦР-тестар үткән. Ә бына ике делегация фольклориадала ҡатнаша алманы. Башҡалала һәм республиканың 22 ҡала һәм районына ҡунаҡтарҙы “Башавтотранс” автобустары йөрөтә. Көн һайын рейстан ҡайтҡас та водителдәр транспортты дизенфекциялай. Башавтотранс хеҙмәткәрҙәре махсус кейемдәрҙә автобустың тышын йыуғандан һуң эс яғынан да һәр мөйөшөн ентекләп таҙартып сыға.Фестиваль үткән байрам урындарына металл эҙләүсе ҡоролма аша ғына үтергә мөмкин.Шулай уҡ ирекмәндәр байрам сараһын күрергә килгән һәр кемдең температураһын үлсәй. Ә бына ашығыс ярҙам машинаһы фестиваль майҙаны эргәһендә байрам тамамланғансы дежурҙа. Америка Ҡушма штаттары, Индонезия, Мексика, Һиндостан, Коста-Рики, Азербайжан... Халыҡ ара форум республика ғына түгел, ә бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларында — Газета-журнал, телевидение, интернет селтәрендә яҡтыртыла. Башҡортостанда әлеге мәлдә барған фольклориада яңылыҡтары бөтә донъя киң мәғлүмәт сараларына махсус булдырылған медиаштаб хеҙмәткәрҙәре еткерә. Йәш кенә егет һәм ҡыҙҙар, уларҙың араһында тәжрибәле журналистар ҙа, шулай уҡ студенттар ҙа бар. Медиаштаб хеҙмәткәрҙәре фольклориада барған 22 район –ҡаланан килгән мәғлүмәттәрҙе һәм фото-видеоларҙы бер урынға туплап Башҡортостан һәм сит ил киң мәһлүмәт сараларына тарата. Ә бына фотолар тәүҙә һайлана һәм эшкәртелә. “Торатау” конгресс холында шулай уҡ республика журналистары өсөн дә медиаүҙәк ойошторолған. Хәбәрселәргә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшрыуҙар компанияһыны репортаждарын сит ил телетапшырыуҙарында күрергә мөмкин. Әле донъяның 30 медиахолдингы Өфө менән бәйләнештә тора. 6-сы Бөтә Донъя фольклориадаһында барлыҡ хеҙмәттәр ҙә үҙ эшен намыҫлы башҡара.
Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?
Тулыраҡ: Фольклориадала эпидемиологик талаптар нисек үтәлә?