«Динамо» футбол клубы фанаттары 15 тәүлеккә ҡулға алынды

Тулыраҡ: «Динамо» футбол клубы фанаттары 15 тәүлеккә ҡулға алынды

Ике көйәрмән дә Өфөләге камерала тотола. Осоуға әҙерләнгән самолетта бер-нисә фанат үҙҙәрен бик иркен тота башлай-пассажирҙарға бәйләнә, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай. Судно капитаны осмаҫҡа ҡарар итә һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта. Динамо футбол клубының ҡыҙмаса булып алған көйәрмәндәре тынысыраҡ булырға саҡырған пассажирға һөжүм иткән. Уның мейеһе һелкенгән.