Дондағы Ростовта Боинг 737 самолетында һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар. Рәсәйҙә йәшәүселәрҙең күбеһе уны үҙенең шәхсән фажиғәһе кеүек кисерә. Аэропорт терминалына кешеләр тере сәскәләр, йомшаҡ уйынсыҡтар килтерә. Бында Ростовтан ғына түгел, илдең башҡа ҡалаларынан да киләләр. Боинг бортындағы 62 кешенең барыһы ла һәләк булды.
Төркиә хакимиәттәре илдең башлыса курдтар йәшәгән көньяҡ-көнсығыштағы ете виләйәтендә комендант сәғәте индереү тураһында иғлан итте. Сираттағы теракттан һуң хөкүмәт шулай уҡ наурыз уңайынан байрам сараларын да тыйҙы.
Арктикала күнекмәләр ваҡытында һыу аҫты кәмәһе боҙҙо ватып өҫкә ҡалҡҡан. Видеонан күренеүенсә, кәмә аҡ ҡар ҡаплаған боҙҙо емереп килеп сыға. Бында күнекмәләр һыу аҫты кәмәләренең мөмкинлектәрен тикшереү өсөн үткәрелә.
Һиндостандың Көнбайыш Бенгалия штатында филдәр кешеләргә һөжүм иткән. Улар юлдарға сығып машиналарҙы түңкәргән. Дүрт кеше һәләк булған. Йыл һайын Һиндостанда филдәр һөжүм итеүе сәбәпле 5 мең кеше һәләк була.