Социаль селтәрҙә ҡот осҡос фотолар барлыҡҡа килде

Тулыраҡ: Социаль селтәрҙә ҡот осҡос фотолар барлыҡҡа килде

Үтеп барыусыларҙың береһе бәләкәй балаларҙың 9-сы ҡаттағы фатирҙың тәҙрәһенән аяҡтарын сығарып ултырыуын төшөрөп алған.Был турала КП. ру сайты хәбәр итте. Башҡаланың ҡотҡарыу хеҙмәтенә иһә бер кемдә мөрәжәғәт итмәгән. Интернет селтәрендә бәләкәй балаларҙың күп ҡатлы йорттарҙа тәҙрәлә уйнауы тураһында бихисап видео табырға мөмкин. Күп осраҡта бындай хәлдәргә ата-әсәләр үҙҙәре ғәйепле. Улар балаларын ҡарауһыҙ ҡалдыра һәм күңелһеҙ хәлдәргә тарый.