Күгәрсен районындағы Ялсы ауыл биләмәһендә алкоголле эсемлек һатыуҙы закон нигеҙендә тыйырға ниәтләйҙәр. Бындай башланғысты урындағы халыҡ үҙе күтәреп сыҡты. Әгәр ҙә уларҙы республика парламенты депутаттары хуплаһа – был илдә айырым ауылдарҙың алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу хоҡуғын ғәмәлдә ҡулланыуҙың тәүге миҫалы буласаҡ. Урындағы магазин кәштәләрендә хәҙер иҫерткес эсемлектәр урынына кефир һәм төрлө һуттар. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа алкоголле продукция һатыуҙан баш тартҡан. Сөнки, эскән кеше менән артыҡ байып та булмай, эште лә яйға һалыуы еңел түгел. Ялсы ауыл биләмәһенә ҡараған башҡа 5 ауыл магазиндарында ла ошондай уҡ хәл, араҡы, һыра, коктейль юҡ. Халыҡ айыҡ тормошто үҙе һайлаған. 80 проценты алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыу өсөн тауыш биргән.Район башлығы Фәрит Мусин – эскегә ҡаршы иң әүҙем көрәшселәрҙең береһе. Ул заманында райондаштарын автобусҡа тейәп эскенән арындырыусы димселәргә лә йөрөтөп ҡарай. Әммә хәмерҙе тыйып ҡына кешене айнытып булмай ти ул. Халыҡты мәҙәни, спорт саралары ярҙамында яңылыш юлдан арындырырға кәрәк. Ауылдарҙа төрлө быуын вәкилдәре өсөн түңәрәктәр ойошторола. Ололар бәйләм бәйләргә йыйылһа, йәштәр күберәк спорт менән мауыға. Һәр мәҙәниәт йортондаға алтаҡтала эскелеккә ҡаршы материалдар осратырға мөмкин. Хатта үткән быуаттан китап кәштәләрендә саңға батып ятҡан эскегә ҡаршы әҙәбиәтте лә теләп уҡыйҙар.Айырым бииләмәләрҙә алкоголле эсемлек һатыуҙы тыйыу тураһындағы законды Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутттары Башҡортостанда ла ҡулланыуҙы яҡлап сыҡҡайны. Ялсы хакимиәте ауылдары был мөмкинлек менән файҙаланырға тәүге булып йөрьиәт итте. Урындағы халыҡ был башланғысты төбәк парламенты ла хупларына ышана. Айыҡ ауылдар башҡалырынан тышҡы йөҙө менән дә айырылып тора, төҙөк йорттар, урам тулы балалар һәм йәштәр. Ауылға ингән ерҙә, флагта, кейем башҡа әйберҙәрҙә махсус тамға. Айыҡлыҡ бында модаға әүерелә. Эскелек тыйылыуға ҡарамаҫтан урындағы халыҡ араһында ла араҡы яратыусылар табыла. Ундайҙар һирәк булһа ла үҙҙәренең ҡарашын белдерергә ҡыйыулыҡтары етерлек. Һуҡмыш Ауылдаштарының лайыҡлы башланғысына Сәғит кеүек аяҡ салыусылар һәр ерҙә лә табыла. Иң айыҡ ауылда йәшәһәләр ҙә уның кеүектәр эскелектән баш тартырға ашыҡмай.
Башҡортостандың 5 ауылы эскегә ҡаршы көрәштә башҡаларға үрнәк күрһәтә
Тулыраҡ: Башҡортостандың 5 ауылы эскегә ҡаршы көрәштә башҡаларға үрнәк күрһәтә