Электрон мәғариф тормоштоң бар өлкәләре өсөн дә үҫешкә этәргес бирергә тейеш

Тулыраҡ: Электрон мәғариф тормоштоң бар өлкәләре өсөн дә үҫешкә этәргес бирергә тейеш

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында бөгөн Рөстәм Хәмитов шулай тпп белдерҙе. Респубика башлығы ҡарамағындағы электрон мәғарифты үҫтереү советы ултырышында бөгөн һүҙ электрон белем биреү ысулын мәктәптәрҙә әүҙем файҙаланыу мөмкинлектәре тураһында барҙы. Хәҙерге мәлдә донъяла белем алыуҙың электрон ысулы киң тарала. Заман технологияларын файҙаланыу буйынса беҙҙең республика алдынғылар рәтендә. Юғары уҡыу йорттары был эшкә йылдам тотондо, заманса ысул дөйөм белем биреү учреждениеларында киң үҙләштерелә. Тик электрон мәғариф менән бизнестың ҡыҙыҡһынмауы кәйефте ҡыра. Әлегә эшҡыуарҙар компьютер техникаһы, ҡоролмалар һатыуҙа ғына ҡатнаша, тине Рөстәм Зәки улы. Әгәр ҙә республикала электрон университет асыу тәҡдиме булһа, ул һис шикһеҙ хуплау табыр ине.