Ни өсөн айырым предприятиелар Социаль страховкалау фондына аҡса күсермәй?

Тулыраҡ: Ни өсөн айырым предприятиелар Социаль страховкалау фондына аҡса күсермәй?

Социаль страховкалау фонды ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ ҡалған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға, бала тапҡандарға бер тапҡыр бирелә торған, шулай уҡ, сабыйҙарын ҡараған әсәләргә пособие түләү менән шөғөлләнә. Бынан тыш, фонд эш урынында зыян күргәндәргә лә ярҙам итә. Әммә, ҡайһы бер ойошмалар ошо йөкләмәләрен үтәү өсөн фондҡа аҡса күсермәй. Һөҙөмтәлә, меңәрләгән кеше пособиеһыҙ тороп ҡала. Дәүләт һәм хеҙмәткәрҙәре алдында бурыстарын башҡармаған предприятиелар менән хәҙер суд приставтары шөғөлләнә. Был ойошмаға суд приставтары бушҡа килмәне. Предприятие социаль страховкалау фондына 30 мең һумдан ашыу аҡса күсермәгән. Ул сумма тап әсәләргә, ваҡытлыса эшһеҙ ҡалғандарға тәғәйенләнә.Кемгәлер 30 мең һум бәлки күп аҡса түгелдер. Әммә, алты-ете мең һум пособиеға йәшәгән яңғыҙ әсәләргә ул ҙур ярҙам. Әйткәндәй, баш бухгалтер ошо сумма түләнмәгәнен яҡшы белә.Сул приставтары бурыс өсөн мөлкәтте тартып алырға хоҡуҡлы. Был сара оҙаҡ ваҡыт йөкләмәләрен үтәмәгәндәргә ҡарата ҡулланыла. Әммә, был ойошмала тиҙ арала бурыстарын ҡапларға вәғәҙә иттеләр. Шулай ҙа, суд приставтары етәксеһен үҙҙәренә саҡыртып аласаҡ.Был шәхси дауаханала журналистар менән аралашырға теләмәйҙәр. Әйткәндәй, быға тиклем уларҙы иҫкәрткән булғандар. Тик, медицина учреждениеһы ваҡытында фондҡа аҡса күсермәгән. Хәҙер, теш клиникаһы етәксеһенә ошо турала күрһәтмә тапшырыла. Әгәр инде етешһеҙлектәр бөтөрөлмәһә, етдирәк саралар күреләсәк. Ойошмаларҙың күбеһе страховка иғәнәләрен даими индереп бара. Тик, ҡайһы берҙәре ваҡытында түләп өлгөрмәй. Белгестәр әйтеүенсә, быға төрлө сәбәптәр бар. Әммә, юрый страховка иғәнәһен түләмәгәндәре лә етерлек. Ундайҙар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә.