Дәүләт-ара авиация комитеты белгестәре Дондағы-Ростовта һәләкәткә осраған Боинг самолеты күрһәткестәрен теркәгән ҡара ҡумталарҙағы мәғлүмәттең күсермәһен алған. Әлегә фажиғә сәбәптәре билдәле түгел. Уның ауыр һауа шарттарына, пилот хатаһына һәм самолеттың техник яҡтан төҙөк булмауына бәйле булыуы ихтимал. Аэропорт кисә ҡайтанан эшләй башланы.
Францияның ҡаяға үрмәләүсеһе Ален Робер Париждың Дефанс кварталындағы Тоталь башняһына менгән. 187 метрлыҡ бинаға үрмәләү өсөн уға 45 минут ваҡыт кәрәк булған.
Тамуҡтағы тормош. Индонезияла психикаһы ҡаҡшаусыларға ҡарата мөнәсәбәт. Хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы ошо турала 74 битлек хисап әҙерләгән. Аяҡтарына, ҡулдарына сылбыр бәйләнгән кешеләр айҙар буйы урамға сыҡмай, туҡмауҙарға һәм йәберләүҙәргә түҙергә мәжбүр. Уларҙы күп осраҡта электрошок менән тынысландыралар.