Халыҡ-ара УНИТА берләшмәһе Конгресы уны 2003-сө йылда иғлан итеп, был көндө ҡурсаҡ театрҙарын данлау йолаһына нигеҙ һалырға ниәтләгән. Ижад кешеләре бар донъяла был тәҡдимде ихлас ҡабул итә. Өфө рәссамдары ла ҡурсаҡ көнө уңайынан үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторҙо. Ҡурсаҡты балалар уйынсығы тип иҫәпләү заман ҡарашына тап килмәй. Үҙеңде ошо мауыҡтырғыс донъянан мәхрүм итеү яҙыҡ, ти һәүәҫкәр ҡурсаҡсы Ләлә ханым. Ғиззәтуллиндарҙың иркен өйөндә ҡурсаҡ теҙелмәгән урын юҡ. Хужабикә уларға төҫ-һын, кейем, исем генә биреп ҡалмай, һәр береһенең ролен дә хәстәрләй. Ҡурсаҡтарҙы һәр кем ярата. Уларҙы оҫталар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә яһай. Үҙ ҡиәфәте һәм һыны буйынса Әҙәмде барлыҡҡа килтергән Хоҙайға оҡшарға тырышып, рәссам таш, ағас, балсыҡ, тимер, туҡыма кеүек төрлө материал ярҙамында кеше һүрәтләүгә ынтыла. Һынлы сәнғәт, театр ҡурсағы һәм автор ҡурсағы кеүек төрлө йүнәлеш өлгөләренең бер урында тупланыуы замандашыбыҙҙың ҡурсаҡҡа ҡарата иғтибарын ҡәнәғәтләндерә.Ҡурсаҡсы байрамын был һөнәр эйәләре генә түгел, ә ҡурсаҡ сәнғәтен һөйөүсе һәр кем киң билдәләй ала. Уларҙың һәммәһен күргәҙмә, тамаша, ижади осрашыуҙар берләштерә. Өфө художество галереяһында асылған был үҙенсәлекле күргәҙмә 10-сы апрелгә тиклем дауам итә. Уның „Һын һәм оҡшашлыҡ„ менән тигән атамаһы кеше өсөн ҡурсаҡ әһәмиәтенә баҫым яһай. Күргәҙмәгә мәктәп йәшендәге балалар, студенттар, танылған оҫталар һәм билдәле рәссамдарҙың ҡыҙыҡлы эштәре ҡуйылған. Барыһы 40-тан ашыу автор әҫәре. Бындай сара тәүге тапҡыр ойошторолдо, ти Рәсәй рәссамдар берлеге ағзаһы Стелла Маркова.Ҡурсаҡтар араһында тик ыңғай тәьҫораттар алына. Донъяның киңлеге, ғәләмдең тәрәнлеге һәм тормоштоң сере тураһында уйланыу, ижадҡа илһам алыу һәм хыялдарға ынтылыу өсөн дә кәрәк ул ҡурсаҡ. Ябайлығы һәм сафлығы менән эскерһеҙ бала саҡты хәтерләтеп был уйынсыҡ үҙ эйәһенә бәхет вәғәҙә итә.
21-се быуат башында барлыҡҡа килгән өр-яңы байрамдар араһында ҡурсаҡсы көнө киң танылыу алды
Тулыраҡ: 21-се быуат башында барлыҡҡа килгән өр-яңы байрамдар араһында ҡурсаҡсы көнө киң танылыу алды