Әлегә 14 ауыл ҡар ҡамауында ҡала. Көн һайын тиерлек 30 берәмек техника ауылдарға юл яра. Эште яуым-төшөм ҡатмарлаштыра. Шуға ла бер тәүлектә 150 метр ғына юл таҙартыла. Райондың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан Ивановка ауылына тиклем юл таҙартыусыларға тағы ла 10 саҡырым үтергә кәрәк. Бында йөҙләгән кешенең ике аҙна инде район үҙәге менән бәйләнеше өҙөлгән. Яңыраҡ ҡына туңып үлгән 17 йәшлек малай тап ошо ауылда йәшәгән. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә һәм урындағы хакимиәттәрҙән юлдарҙы тиҙерәк таҙартыуҙы талап итә. Беҙҙең ижади төркөм Хәйбулла районына барып ҡайтты. Ошо туралағы сюжетты яңылыҡтарҙың 19 сәғәт 30 минуттағы сығарылышында ҡарағыҙ.
Хәйбулла районында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә алып барыла
Тулыраҡ: Хәйбулла районында юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу тәүлек әйләнәһенә алып барыла