Белгестәр фаразлауынса, Ағиҙел йылдағынан 30 процентҡа тиклем юғарыраҡ күтәрелеүе ихтимал. Боҙ әлегә китмәһә лә, хәүеф зонаһына ҡараған биләмәлә йәшәүселәргә уяуыраҡ булыу зарур. Хәбәрсе. Хәмит Низаметдинов 1989, 2007 йылғы ташҡындарҙы, унан алда булғандарын да яҡшы хәтерләй. 85 йәшен тултырған хеҙмәт ветераны ярты быуаттан ашыу Нижегородка биҫтәһендә йәшәй. Ветеран мунса бүрәнәләре ысҡынып ағып китмәһен өсөн тимер сымдарға ҡаҙаҡлап ҡуйған. Әйберҙәр икенсе ҡатҡа күтәрелгән. Биҫтәлә һәр ихатала кәмә булыуы ла был тирәлә йәшәүселәр өсөн ғәҙәти күренеш. Быйыл ташҡын көслө буласағын ишеткәс күрше – күлән йыйылышып үҙ-ара совет та ойоштороп ала. Кемдең кәмәһе, кемдең итеге, һыу оҙаҡҡа тора ҡалһа кемдә ниндәй аҙыҡ запасы бар бөтәһен барлап ҡуялар бында. Рәйсә Сөләймәнова 2007 йылғы ташҡынды яҡшы хәтерләй, ул ваҡытта иптәше, 1-се төркөм инвалиды менән ҡыйыҡ эсендә бер нисә көн йәшәргә тура килә. Мөмкинлеге булғандар йорттарын бейегерәк күтәрергә тырыша.Яҙғы көндәр кинәт йылытып ебәргән осраҡта ирегән ҡар һыуҙары йылғаларҙы ярынан сығарасаҡ. Быйыл ҡарҙа һыу запасының юғары булыуы ла был хәүефте арттыра ти белгестәр. Тимәк һыу ятҡылығына яҡын йәшәүселәргә әленән үк үҙенең һәм мөлкәтенең именлеге хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Юғиһә, тәбиғәт ғәрәсәте бер кемде лә аямай. Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр оло һыу тулҡынын тәүгеләрҙән ҡабул итә. Ҡала үҙәгенән ни бары 5 саҡрымда ятҡан биләмә ташҡын мәлендә йәшәү өсөн яраҡһыҙ уртауға әүерелә. Ә Май баштарында һыу ҡайтыу менән күрше тирә йыйылып урам уртаһында оло табын ҡора. Ошолай улар Бөйөк еңеү менән бергә тәбиғәт бәләһенән ҡотолоуҙы тантана итә. Оло һыуға әле иртәрәк булһа ла ҡотҡарыусы көстәр уға тулыһынса әҙер. Өфөлә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүҙә, кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашыусы хеҙмәттәр һәм техника смотры үтте. Комиссия бөтә көстәрҙең дә ташҡынды ҡаршы алыуға әҙерлеген юғары баһаланы. Өфөлә ташҡын һыуҙарын үткәреү өсөн 19 штаб, 12 пост, ҡала халҡын ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 51 пункт ойошторолған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә генә 15 меңдән ашыу кеше ташҡындан зыян күреүе ихтимал.
Быйыл республикала көслө ташҡын көтөлә
Тулыраҡ: Быйыл республикала көслө ташҡын көтөлә