Мөмкин тиклем ысын шарттарға тап килтерелгән кабинет Башҡортостан хөкүмәте һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында асылған. Петр исемле малай әүҙем ял ваҡытында йығылып аяғын имгәткән. Ашығыс ярҙам хеҙмәте шунда уҡ саҡырыуға сыҡты. Дежур бригада йәрәхәтләнеүсене ҡарап сыҡҡас, яҡынса диагноз ҡуя.Был Өфө медицина колледжында үткән практик дәрес өлгөһө. Сценарий буйынса медицина хеҙмәткәрҙәре ролендә студенттар. Уларҙың дөрөҫ йәки хаталы эш-хәрәкәттәрен махсус сигналдар һәм мониторҙағы күрһәткестәр теркәп бара. Тәүге ярҙамдан һуң, пациентты дауаханаға алып китәләр. Күнекмәләр йәш белгестәргә киләсәктә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә һәм уҡыу йортонда үҙләштергән теоретик белемдәрҙе ғәмәлдә ҡулланыуҙы күпкә еңеләйтә.Башҡортостандағы берҙән-бер ашығыс ярҙам машинаһының күсермәһендә бөтә нәмә мөмкин тиклем ысын шарттарға тап килтерелгән.Шулай уҡ, медицина колледжында акушерҙар һәм гинекологтар өсөн дә симуляцион класс эшләп килә. Бала табыу йортондағы шарттар тыуҙырылған, ауырлы ҡатын, яңы тыуған сабыйҙың маникендары ла бар. Кабинетта 4 веб-камера урынлаштырылған. Улар уҡытыусыға практик дәрес барышын онлайн рәүештә күҙәтергә ярҙам итә. Студенттарҙың һәр хәрәкәте яҙылып бара. Аҙаҡ видеояҙманы ҡарап, хаталар өҫтөндә эшләргә мөмкин. Уҡыу йортонда мөмкинлектәре сикләнгән студенттар өсөн мәғлүмәти стенд та бар. Практиканан күренеүенсә, уҡытыуҙа замана технологияларын ҡулланыу эш сифатын күтәрергә ярҙам итә. Киләсәктә симуляцион класстар ғына түгел, тотош бүлек ойоштороу күҙаллана.
Өфө медицина колледжы студенттары ашығыс ярҙам машинаһы күсермәһендә теоретик белемдәрен ғәмәлдә нығыта башланы
Тулыраҡ: Өфө медицина колледжы студенттары ашығыс ярҙам машинаһы күсермәһендә теоретик белемдәрен ғәмәлдә нығыта башланы