Хәйбуллалағы тиҫтәнән ашыу ауыл менән транспорт бәйләнеше юҡ

Тулыраҡ: Хәйбуллалағы тиҫтәнән ашыу ауыл менән транспорт бәйләнеше юҡ

Таштуғай йүнәлешендәге трасса ябыҡ булыу сәбәпле, балалар хәҙер өс аҙнанан ашыу мәктәпкә йөрөмәй. Биләмәләргә аҙыҡ-түлек ташыу, газ, электр энергияһы өсөн квитанциялар тапшырыу туҡтап ҡалған. Көрт һырынталары аҫтында хәҙер ҡасандыр юл булыуына ышаныуы ла ҡыйын. Март аҙағына яҡынлашһа ла, Хәйбулла һаман да ҡар аҫтында. Водитель Руслан Ҡунафин әйтеүенсә, юлды таҙартыу өс көн элек башланһа ла, һөҙөмтә ҡыуанырлыҡ түгел. Бурандан һуң яуған ямғыр ҡарҙы таш кеүек тығыҙлаған. Бер сменала ни бары йөҙ илле метр юл үтелә. Оло ерҙән юл килеүен Хәйбуллала бөгөн меңләгән кеше көтә. Ауыл халҡының бар ышанысы – ҡотҡарыусылар. Тап улар ауыр хәлдәге сирлеләрҙе дауаханаға алып бара, аҙыҡ-түлек ташый. Ильяс ауылында йәшәүселәр бейек көрттәргә өйрәнеп тә бөткән. Улар бер –береһенә аҙыҡ –түлек менән ярҙам итә. Мәктәп, балалар баҡсаһын ҡарҙан көрәүгә бөтәһе лә бергә сыҡҡан. Тик, башҡа биләмәләр менән бәйләнеш булмауы барыһының да бәкәленә һуға. Ивановка ауылында иһә хәлдәр күпкә ҡатмарлы. Ауыл кибетендә көндәлек кәрәк-яраҡтар, икмәк, он, тоҙ ҡалмаған. Быйылғы ғәрәсәт мәлендә ауылда йәшәгән ун ете йәшлек егеттең дә ғүмере өҙөлдө. Мәрхүмдең кәүҙәһен табыусылар әйтеүенсә, колледж уҡыусыһы ауылға ни бары 800 метр ҡалғас ҡына һәләк була. Ивановкала йәшәүселәрҙең аһ-зары бының менән генә бөтмәй. Мәрхүм егеттең кәүҙәһен зыяратҡа алып барыу өсөн кешеләргә ат санаһына егелергә тура килә. Ҡот осҡос ғәрәсәт алдында ҡеүәтле техника ла көсһөҙ булып сыға. Ивановкалағы фельдшер пункты дүрт ауылға тәғәйенләнһә лә, төп ярҙамды биләмә үҙәгендә генә йәшәүселәр генә ала. Әлеге лә баяғы – башҡа ауылдар менән бәйләнеш юҡ. Хәйбулла хакимиәте ауылдарға аҙна эсендә юл асыласаҡ тип вәғәҙәһә лә, бөгөн районда меңдән ашыу кеше ярҙам көтә.