Маршрут халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса төҙөлгән. Бындай соҡорҙар быйылғы яҙ өсөн ғәҙәти күренеш. Өфөнөң һәр районында норматив талаптарға тура килмәгән йөҙҙәрсә юл участкаларын табырға мөмкин. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре уларҙы бергә йыйып алама юлдар картаһын төҙөгән һәм был маршрут буйынса хакимиәт вәкилдәре менән бергә үтте.Һәр район вәкиленә бер үк һорау: ни өсөн юлдар соҡорло һәм башҡарылған ремонт 1 миҙгелгә лә етмәй. Берәүҙәр яуаплылыҡты эшселәргә япһыра.Икенселәре соҡор ямау менән мәсьәләне хәл итеп булмай тип һынай. Һуғыш яланын хәтерләткән Черниковка биҫтәһендә чиновниктар ипле йөрөргә кәңәш биреп кенә ҡотолдо. Быйыл юлдарҙың үтә ныҡ таушалыуына ҡыштың йылы булыуы ла сәбәпсе. Көндөҙ иретеп юл ярыҡтарына һыу тула, төнөн туңғас, боҙ киңәйеп асфальт ҡатламын онтай. Талаптар буйынса оҙонлоғо 60, киңлеге 15 тәрәнлеге 5 сантиметрҙан ҙур булған соҡор мотлаҡ ямалырға тейеш. Әммә соҡорҙарҙы сикһеҙ ямап ҡына юлдар тигеҙләнмәҫе билдәле. Белгестәр беҙҙең тәбиғәт шарттарында юл торошон яҡшы килеш һаҡлау өсөн 5 йыл һайын капиталь ремонт башҡарырға кәңәш итә.. Ғәмәлдә ҡайҙалыр был талап үтәлә, мәҫәлән ҡаланың төнъяғында юлдар тиҫтәләрсә йылдар буйы ямауҙан ары ремонт күрмәй. Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса алама юлдар картаһын тулыландырып барырға ниәтләй, ә май баштарында ҡабаттан рейдҡа сығып башҡарылған эштәргә баһа бирәсәк. Водителдәр юлсыларҙы әрләй, улары чиновникатрҙы ғәйепләй, һуңғылары тәбиғәттең алама миҙгеленә һылтана. Шулай итеп яҙ һайын юл бәләһе ҡабатлана. Сираттағы рейд та ҡала юлдарының насар хәлдә икәнлеген генә дәлилләне. Яуаплы ойошма етәкселәре иһә йәй башына юлдар тәртипкә килтереләсәк тип вәғәҙәләне.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре Өфө урамдарында йөрөүгә яраҡһыҙ юлдар картаһын булдырҙы
Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре Өфө урамдарында йөрөүгә яраҡһыҙ юлдар картаһын булдырҙы