Республика юлдары ҡасан йөрөрлөк хәлгә килер, төбәктәргә нисек инвестиция йәлеп итергә, ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам бармы һәм Ҡырым ҡасан беҙҙеке булыр. Ошо һорауҙарҙы бөгөн Башҡортостан парламенты депутаттары республика башлығына бирҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 28-се ултырышында Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең 2015-се йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһаны.Рөстәм Зәки улы үткән йыл мәртәбәле ваҡиғалар менән хәтерҙә ҡалды, тип билдәләне. Бөйөк Еңеүҙен 70 йыллығына арналған тантаналар, ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары юғары кимәлдә үтте, ошо илдәр менән хеҙмәттәшлек даирәләре киңәйҙе. Өфөлә фән, иҡтисад мәсьәләләренә арналған йыйындар, йәштәр форумдары кеүеҡ мөһим саралар ойошторолдо. Бер үк ваҡытта илдә тышҡы сәйәсәт һәм шуға бәйле иҡтисад хәле ҡатмарлашты. Сит ил санкциялары, тауар һәм валюта әйләнешенең тотороҡһоҙлоғо инвестициялар әүҙемлегенә кире йоғонто яһаны һәм етештереү менән ҡулланыу кимәлен төшөрҙө.Үткән йылда сәнәғәттә етештереү күләме 1, ауыл хужалығында 3,2 процентҡа артты. Төҙөлөш, инвестициялар йәлеп итеү, финанстар системаһында алға китеш теркәлгән. Бюджетҡа 144 миллиард һум килем йыйылған. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт өлкәләрендә тотороҡлоҡ һаҡлана. Төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тулы ҡеүәтенә эшләй, тип билдәләне республика башлығы. Депутаттар иһә халыҡтың юлдар торошо менән ҡәнәғәт булмауын дәлилләп, ҡасан улар тәртипкә килтерелер, тип ҡыҙыҡһына.Республика иҡтисадының мөһим тармаҡтарының береһе булараҡ ауыл хужалығы, атап әйткәндә ауылдағы эшҡыуарлыҡтың үҫеше көн үҙәк мәсьәлә. Әлеге ваҡытта ауыл хужалығы тауарҙарының 65 процентын шәхси ярҙамсыл хужалыҡтар етештерә. Аҡсалата ярҙам күрһәтеү сығанаҡтары һайыға бара, тине Рөстәм Хәмитов, бюджетты артабан кәметеү мөмкин түгел. Депутаттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар республика төбәктәренә инвестициялар йәлеп итеү саралары, эшҡыуарҙарға киләһе йылда ла һалым ташламалары биреү мөмкинлектәре, Башҡортостанда донъя кимәлендәге тағы ла ниндәй йыйындар үткәреү ниәттәре барлығы, Белогорск районы менән хеҙмәттәшлек иткән республика халҡы өсөн Ҡырымда ял итеү мөмкинлектәрен булдырыу зарурлығына ҡағылды.
Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең 2015-се йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһаны
Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттең 2015-се йылдағы эшмәкәрлеге тураһында сығыш яһаны