Беҙҙең республика Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын ҡаршыларға йыйына

Тулыраҡ: Беҙҙең республика Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын ҡаршыларға йыйына

1919 йылдың 20 мартында Башҡортостан территориаль-милли автономияһын раҫлай, ә инде 23 мартта килешеү тураһында мәғлүмәт матбуғатта баҫыла. Тап был көн Башҡорт автономияһы төҙөлөү көнө тип йөрөтөлә. Төбәктә республиканың 100 йыллығына арналған сараларға әҙерлек эштәре башланды.Әҙерлек сиктәрендә беренсе түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү үтте. Ҡаралған һорауҙарҙың береһе юбилейҙы билдәләйәсәк йылды һайлауға бәйле ине. Башҡорт халҡы рустар менән бер рәттән Рәсәйҙә федерализмға нигеҙ һалыусы булып тора, ти тарихсылар. Ерен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ иткән килешеүгә ҡул ҡуйыу халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмитәле дата. Ике йыл алдан әҙерләнә башлау был сараны лайыҡлы ҡаршыларға мөмкинлек бирәсәк, ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.Бер үк ваҡытта Мәскәүҙә дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, башҡорт халҡының данлы улы Муса Мортазиндың 125 йыллығына арналған конференция бара ине. Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институты ғалимдары менән бәйләнешкә инеп беҙҙең тарихсылар әңгәмә ҡорҙо.