Башҡортостанда 19 июль ял көнө тип иғлан ителә

Тулыраҡ: Башҡортостанда 19 июль ял көнө тип иғлан ителә

Был хаҡта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Ҡорбан байрам сәбәпле, 20 июль ял көнө. Шулай итеп, республика халҡы 4 көн ял итәсәк. Башҡортостан коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе йәнә ике аҙнаға күсерә. Шул уҡ ваҡытта республика етәкселеге айырым тәҡдим менән сығыш яһай. Ул, тәү сиратта, ҡорбан ғәйетенә бәйле. Байрам уңайынан 19-сы июлдә ял көнө итеп иғлан ителә. Әммә, был көн ял булһа ла, уның өсөн эш хаҡын түләргә тейештәр. Тағы ла шуныһы, Ҡорбан ғәйете табынына халыҡты күпләп йыймау ҙа пандемиянан һаҡланыуҙан бер юл. Тик шул уҡ ваҡытта коронавирус сигенмәй. Республикала бөгөнгә 43 меңгә яҡын кешелә КОВИД 19 вирусы өлгөләре табылған. Вакцинация өсөн Башҡортостан тағы 20 мең доза препарат ҡайтара. Башҡортостан медицина инспекторҙары эшен көсәйтә. Яҡын арала белем усаҡтарында студенттар дежурға сығасаҡ. Медицина колледж һәм институтында белем алыусылар уҡыусылар, хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлеге һағында торасаҡ. Тағы ла шуныһы, республика күләмле сараларҙан тулыһынса баш тарта. Бөгөн төп бурыс –вакцинация. Башҡортостан туризмды үҫтереү генә түгел, ә тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау өсөн дә айырым проектар әҙерләне. Һуңғы йылдарҙағы иң мөһим документтарҙың береһе әлбиттә, Торатау менән Янғантау геопарктары. Был биләмәләр эшмәкәрлеге өсөн хәҙер коммерция булмаған автономиялы ойошмалар яуаплы буласаҡ. Геопарктарға инвестицияларын бүлеп, инфраструктура өсөн аҡса бирәсәк фирмаларға айырым ярҙам да буласаҡ. Тағы бер яңылыҡ. Хәҙер айырым ауылдарҙың айырым этноауылдар тигән исем алыуы ла бар. Тортатау геопаркы проектына 280 миллион һум кәрәк. Башҡарыласаҡ эштәрҙең береһе – шихандың түбәһенә тиклем экоһуҡмаҡ һалыу. Торатауҙы ЮНЕСКОның айырым һаҡланған биләмәләр исемлегенә индереү тураһындағы документты быйыл алырға тейештәр.Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығындағы көндәлек мәсьәләлр менән бер рәттән күп фатирлы йорттар, уларҙың подъездарын ремонтлау ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ишек алды һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү ваҡытында тамамланырға тейеш, тип белдерҙе республика етәксеһе. Ҡыйыҡтарҙы ноябрь айында ремонтлау етди эш түгел. Быйыл аҡсаның наҡыҫыраҡ булыуы арҡаһында, яңыртыласаҡ подьездар һаны ла бер аҙ кәмейәсәк. Тик республика башлығы программаны артабан да дауам итеү кәрәклеген әйтте. Киләһе аҙнала Башҡортостан урман хужалыҡтарының береһендә Радий Хәбиров етәкселегендә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был ултырыш республика биләмәләрендә урман янғындарын иҫкәртеүгә бәйле. Янғындарға килгәндә, мәсьәлә үтә лә ҡатмарлы, тип иҫәпләй төбәк башлығы. КОВИД 19 Башҡортостандың көндәлек тормошонда үҙ һүҙен әйтһә лә, республика күләмле сараларҙан баш тартманы. 6-сы халыҡ-ара фольлориаданы өс йөҙ меңдән ашыу кеше сәхнә янында ҡараһа, телевидение һәм интернет каналдары аша ҡараусылар һаны 10 миллиондан ашҡан. Тамашалар менән бергә килгән ҡунаҡтарҙың фекерҙәре лә ҡыҙыҡлы.22 район-ҡала сәхнәһендә үткәрелгән 61 концертты әҙерләү, ғөмүмән, был форумды ойоштороу һәм уҙғарыуға 3 мең ярым кеше йәлеп ителгән.