Сит ил ҡунаҡтарына беҙҙең республика оҡшағанмы?

Тулыраҡ: Сит ил ҡунаҡтарына беҙҙең республика оҡшағанмы?

Фольклориада Башҡортостан халҡында ниндәй хис-тойғолар ҡалдырған? Австриянан килгән Макс Нойбойер 6 йәштән музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына. Мәҫәлән, Стирия аккордеонында ул 15 йыл уйнай. Уның бер яҡ төймәләренә генә баҫып көй сығарырға мөмкин. Йәш егет һүҙҙәренсә, был музыка ҡоралына яҡынса 80 йыл, ул әле лә үҙенең үҙенсәлектәрен юғалтмаған. Сит ил инструментында теләгән һәр кем уйнап ҡарай алды.Мәҙәниәт һарайының коридор һәм бүлмәләрендә репетициялар гөрләп уҙа. Ишембайға концерт менән килеүсе Ҡаҙағстан, Австрия, Колумбия, Испания һәм Польша коллективтары концерт номерҙарын йәнә ҡабатлай. Милли кейемдәрҙең һәм музыкаль ҡорамалдарҙың милләт-ара оҡшашлығын билдәләй, сит ил артистары. Бер нисә минут эсендә башҡорт ҡыҙы колумбия ҡыҙына әйләнде, тип әйтергә мөмкин. Миңә ошондай матур ғына күлдәк бирҙеләр, биҙәндереп ҡуйҙылар. Әйткәндәй, был костюм бик тә сифатлы һәм ауыр ғына. Ә хәҙер мин колумбия егете менән бейеү өйрәнеп ҡарайым. Был хәрәкәттәр еңел генә, минеңсә уны һәр теләгән кеше өйрәнә ала.Сәхнәгә сығыр өсөн һынаулы ғына минуттар. Һәр ил Башҡортостан халҡында онотолмаҫлыҡ хистәр ҡалдырырға тырыша. Мәҫәлән, Колумбия артистары бейеүҙәрҙе төнө буйы ҡабатларға тура килде, ти. Ишембайҙа бер юлы ике байрам — Бөтә Донъя фольклориадаһы һәм һабантуй гөрләп үтте. Концертты урындағы сәхнә йондоҙҙары асты. Тамашала олоһонан кесеһенә тиклем ҡатнашты.Артистарҙың сығыштарын ҡарарға республиканың башҡа район-ҡалаларынан килеүселәр ҙә бихисап ине. Улар Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың сығыштарының сағыу һәм онотолмаҫлыҡ булыуын билдәләне.Бөтә Донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың 22 район һәм ҡалаһында 61 тамаша ойошторған. Сит ил коллективтары һуңғы концерт номерҙары менән Ишембайҙан тыш, Белорет ҡалаһында һәм Илеш районында сығыш яһаны.Сит ил ҡунаҡтары башҡорт аш-һыуҙарын тәмләп ҡараны, һәр концерт барған ерҙә төрлө күргәҙмәләрҙе күрә алды, башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан танышты. Башҡортостан республикаһы мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ, тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты улар.37 милләтте берләштереп, бер урынға йыйған ҙур сараның ябылыу тантанаһы трансляцияһын Башҡортостан 24 телеканалында күреп булды.