Туристик кешбэк

Тулыраҡ: Туристик кешбэк

Фольклориадала ҡатнашыусылар үҙ илдәренә ҡайтҡас, әлбиттә, Башҡортостандың туристик мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк. Туристар йәлеп итеү йәһәтенән Республикала әле төрлө программаллар эшләй. Уларҙың береһе-туристик кешбэк. Уның ярҙамында йәйге лагерҙарға юллама хаҡының 80% кире ҡайтарырға мөмкин. Үҙенсәлекле программа шулай уҡ шифаханаларға ла ҡағыла. Үткән йыл пандемия сәбәпле лагерҙарҙа йәйге ял бөтөнләй ойошторолманы. Быйылғы йәйҙе балалар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Резеда Нурлыева балалар лагерында быйыл беренсе тапҡыр ял иткән. Киләһе йылда тағы барғым килә, ти буласаҡ рәссам. Сығымды компенсациялау өсөн лагерға юллама хаҡының мирпутешествий.рф сайтында лояль түләүҙәр системаһы программаһында теркәлгән “Мир” картаһы менән генә түләнеүе шарт. Бер балаға сәфәр һаны сикләнмәй, бер нисә балалы ғаиләләргә һатып алынған һәр юллама хаҡының 80% тиклемен ҡайтарырға була. Федераль программаға ярашлы, 31 августка тиклем балалар лагерҙарына алынған юллама хаҡынының 50% кире ҡайтарырға мөмкин. Бынан тыш, тағы ла 30%-ын республика бюджеты ҡайтара. Башҡортостанда балалар туристик кешбэгы федераль программаһында 54 лагерь ҡатнаша.Үҙенсәлекле программа шулай уҡ шифаханаларға ла ҡағыла. Ял итеүселәр юлламанан 20 процентын кире ҡайтара ала. Башҡортостанда 2010 йылдан алып уҡ балалар юлламаларын һатып алыуға ташламалы программалар ғәмәлдә. Был, тәү сиратта, төбәктә эске туризымды үҫтереүгә ҙур этәргес бирә.