Республика йортонда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты. Төбәк етәксеһе иң юғары балды бер-нисә фәндән йыйыусы үҫмерҙәргә рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ҡалған сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу онлайн рәүешендә барҙы. Сарала шулай уҡ Мәғариф министры Айбулат Хажин да ҡатнашты. Быйыл республика буйынса 104 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйыуға өлгәшкән. Уларҙың бишәүһе - иң юғары балды бер-нисә фәндән йыйған. Төбәк башлығы сығарылыш уҡыусыларын юғары уңыштарға өлгәшеүҙәре менән ҡотланы һәм ниндәй уҡыу йортон һайлауға ҡарамаҫтан, киләсәктә тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарына үҙ өмөтөн белдерҙе. Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы 100 балл алған һәм Евразия фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы республика вуздарына уҡырға ингән абитуриенттарға 150 мең һум аҡса биреү тураһында указға ҡул ҡуйғайны. Йәштәрҙең 40 проценттан ашыуы Өфө вуздарына уҡырға инергә теләй. Ҡалғандары Мәскәү, Санкт-Петербург , Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларын һайлаған.
Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты
Тулыраҡ: Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балл йыйған уҡыусылар менән осрашты